✔️Өфөлә белгестәр торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса фекер алыша.
✔️Өфөлә белгестәр торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса фекер алыша. Фатир өсөн түләү, йорттар менән идара итеүҙә һанлы технологиялар ҡулланыу, кадрҙар әҙерләү буйынса секция ултырыштары була. ✔️ Бөгөн республикала “Геоһынау” чемпионатын ябыу тантанаһы үтә. Еңеүселәр бүләкләнә. ✔️Башҡортостандың күп функциялы үҙәктәрендә бушлай консультация ойошторола. Бөгөн Өфө офистарында Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте һәм Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге белгестәре халыҡ һорауҙарына яуап бирә. ✔️ Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы дауам итә. Өфөлә көрәш буйынса турнир старт алды. Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар араһында алыштар башлана.