Президент Дәүләт Думаһына һайлауҙар алдынан рәсәйлеләргә мөрәжәғәт итте
Президент Дәүләт Думаһына һайлауҙар алдынан рәсәйлеләргә мөрәжәғәт итте “Һайлауҙа ҡатнашыу - Еңеүгә уртаҡ өлөш”. Рәсәй Президенты Владимир Путин һайлау алдынан халыҡҡа мөрәжәғәтендә шулай тип белдерҙе. “Конституцион хоҡуғығыҙҙы үтәгеҙ. Һайлауға яуаплы ҡарағыҙ”, - тине ул. Дәүләт Думаһына һайлау өс көн - 18, 19, 20 сентябрҙә үтә. Шулай уҡ Өфө ҡала советына, Урал аръяғы округы буйынса Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайға, 38 райондағы үҙидара вәкилдәренә өҫтәмә һайлау була.
1 093 просмотров