Яугир туғаны иҫтәлегенә! — 3 октября 2026 г. в 11:35:01.599
Яугир туғаны иҫтәлегенә! 🎶 Йырсы Гөлсөм Бикбулатова "Мин ҡайтырмын" исемле йыр әҙерләй. Был моңло һәм һағышлы йыр уның яугир ҡустыһы – Альберт Бикбулатовтың яҡты иҫтәлегенә бағышлана. Гөлсөм уны Альберт менән бергә йырларға хыялланған булған. Әммә аяуһыҙ яҙмыш үҙенекен итә... "Мин ҡайтырмын" йырының премьераһын "Юлдаш" радиоһы тулҡындарында көтөп ҡалабыҙ. Йырсыбыҙға, уларҙың яҡындарына сабырлыҡ, ныҡлыҡ һәм ижади көс теләйбеҙ. Батырҙарҙың исеме мәңгелек!
1 316 просмотров