Өфөлә яңы мурал
Өфөлә яңы мурал Өфө ҡалаһы Ленин районында Лётчиктар урамында урынлашҡан 2/1 йортонда полковник Салауат Яҡуповтың портреты һүрәтләнгән мурал барлыҡҡа килде. Билдәле булыуынса, Салауат Яҡупов — Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө башланғыс осоу әҙерлеге мәктәп-интернатына нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе директоры. Бина стенаһындағы һүрәт күренекле яҡташыбыҙҙың фиҙакәр хеҙмәтенә хөрмәт һәм уның яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында төшөрөлә.
1 108 просмотров