🍁 Әбейҙәр сыуағы
🍁 Әбейҙәр сыуағы Ҡушъяулығын сөйөп бәйләп, Бишмәт кейеп көрәндән, Затлы, бәҫле ҡоҙағыйҙай Әллә ҡайҙан һөрәнләп, Һыу буйында муйылағас Таған - усаҡ янында, Өйөрөлөп-сөй(ө)рөлөп, Ҡунаҡ йыя табынға. Үҙе кеүек, эй, зиннәтле, Серҙәш әхирәттәре. Күҙҙең яуын алып тора, Ҡыршаулы күлдәктәре! Сағыу саған, алтын ҡайын, Мәңге йәш йәшел шыршы. Хозурланып ҡарап торам, Фиғелдәре, һай, ҡупшы! Бар тарафта алтын туй бит - Ҡояш-нур һәр ҡыуағы. Үҙ баһаһын белеп балҡый, Әбейҙәрҙең сыуағы! Айзилә Мортаева.
1 716 просмотров