Башҡортостан яугирына Суворов миҙалы тапшырылды.
Башҡортостан яугирына Суворов миҙалы тапшырылды. Награда ил президенты Владимир Путин Указына ярашлы бирелгән. “Алик” ҡушаматлы һалдат махсус хәрби операцияла батырлыҡ күрһәткән. Был турала Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов хәбәр итә. “Алик” фронтта өс йыл алыша. Ул Миңлеғәли Шайморатов исемендәге батальонда механик-водитель. Яҡташыбыҙ ҡаһарман яугир, ҡыйыу ир. Тормош иптәше менән 4 ҡыҙ үҫтерә. Тиҙҙән олатай-өләсәй булырға торалар. “Аликты” һәм бөтә ил һаҡсыларын Еңеү менән көтәбеҙ. Иҫән-һау йөрөгөҙ, егеттәр”, - тип яҙған Риф Йосопов.