“Башҡортостан геройҙары” финалисы Азамат Шаһисолтанов "Барс" отрядына ҡушылды.
“Башҡортостан геройҙары” финалисы Азамат Шаһисолтанов "Барс" отрядына ҡушылды. МХО ветераны “БАРС” отряды менән өс йыллыҡ контракт төҙөүе тураһында хәбәр итте. "Был – төптән уйланылған ҡарар. Уның нигеҙендә Ватан алдындағы бурыс тойғоһо һәм республикабыҙ күген һауа хәүефтәренән аралау теләге ята. Азамат Фәнил улы “БАРС”тағы хеҙмәтте үҙенең хәрби тәжрибәһен иң кәрәкле урында ҡулланыу мөмкинлеге тип баһалай. Ветерндар һәм яугирҙәр бөтә ил халҡына, бигерәк тә үҫеп килгән быуынға яуаплылыҡ һәм сыҙамлыҡ өлгөһө булырға тейеш, тип иҫәпләй ул. “Беҙҙең бурыс – ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы һауанан янаған хәүефтән тимер көмбәҙ менән һаҡлау. Һәм беҙ был бурысты үтәрбеҙ. Артыбыҙҙа – ғаиләләребеҙ, йортобоҙ, Тыуған илебеҙ. ”, – ти герой. Әлеге ваҡытта Азамат Шаһисолтанов Тоцкий-2 уҡыу үҙәгендә әҙерлек үтә. Ул тылдағы яҡташтарын тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә, матур пландар ҡорорға һәм балалар тәрбиәләргә саҡыра. “Тыныс йоҡла, ил. Беҙ – поста”, – тип тамамлай ул үҙенең мөрәжәғәтен. Иҫән-һау йөрө, яугир!