Башҡортостанда Халыҡ-ара Аксаков байрамы уҙа.
Башҡортостанда Халыҡ-ара Аксаков байрамы уҙа. Быйыл сара рус яҙыусыһы, яҡташыбыҙ Сергей Аксаковтың тыуыуына 235 йыл, Рәсәй Халыҡтары берҙәмлеге йылына арнала. Район һәм ҡала мәктәптәрендә тематик дәрестәр уҙғарыу ҡарала. Сергей Аксаковтың йорт-музейында күргәҙмә асыла. Республика мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов белдереүенсә, баш ҡала хакимиәтендә студенттарға Сергей Аксаков исемендәге әҙәби премия тапшырыла. Халыҡ-ара Аксаков байрамы 25-26 сентябрҙә үтә.