✅ Башҡортостанда Республика көнөнә арналған саралар башланды. Өфөлә тантаналы ултырыш б...
✅ Башҡортостанда Республика көнөнә арналған саралар башланды. Өфөлә тантаналы ултырыш була. Унда дәүләт наградалары тапшырыла. ✅ Өфөлә бөгөн Ленин исемендәге яңыртылған парк асыла. Тантаналы саранан һуң, бай мәҙәни программа тәҡдим ителә. ✅ Өфөлә уҡыусыларҙы “шайморатовсылар” сафына ҡабул итеү тантанаһы уҙа. Республика район һәм ҡалаларынан 600-гә яҡын уҡыусы ҡатнаша. ✅ Бөгөн Өфөлә Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбленең концерты уҙа. Унда хәрби марштар, бейеү көйҙәре, заманса музыка һәм яңы әҫәрҙәр тәҡдим ителә.