🚌 Республика көнөнә — яңы автобустар!
🚌 Республика көнөнә — яңы автобустар! «Башавтотранс» 25 яңы НЕФАЗ автобусы алды. Улар Өфө һәм Нефтекама маршруттарына сыға. 2026 йыл аҙағына тиклем йәмәғәт транспорты паркы тағы 53 машина менән тулылана. Автобустар газ яғыулығында эшләй. Салонда USB-порттар, мәғлүмәт таблолары, видеокүҙәтеү һәм навигация системалары бар. Инвалид коляскаһында йөрөүселәр өсөн махсус урын һәм асылмалы пандус та ҡаралған. Яңы транспорт «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты ярҙамында алынған. 🤝 2019 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән республикала 1519 автобус яңыртылған.