🎼"Үҙе китте, йыры ҡалды ..." рубрикаһында халыҡ күңелен яулаған йырҙарға яңы һулыш би...
🎼"Үҙе китте, йыры ҡалды ..." рубрикаһында халыҡ күңелен яулаған йырҙарға яңы һулыш бирәбеҙ. Бөгөн Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровҡа 79 йәш тулған булыр ине. Уның ҡабатланмаҫ тауышы, сәхнәләге сағыу образдары, күңелгә үтеп ингән йырҙары — халҡыбыҙ өсөн ҡәҙерле мираҫ. Был йырҙарҙа күптәрҙең йәшлеге, һөйөүе, иң йылы хәтирәләре йәшәй. Нейроселтәр ярҙамында булдырылған был клип — уның ижадына ихтирам һәм рәхмәтебеҙ билдәһе. Ә һеҙ Фидан Ғафаровтың ҡайһы йырын айырыуса яратаһығыҙ? Хәтирәләрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ. 🤍