Башҡортостанда “Актер йыры” конкурсы иғлан ителде.
Башҡортостанда “Актер йыры” конкурсы иғлан ителде. Ул халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың яҡты иҫтәлегенә арнала. Ижади ярышты Театр эшмәкәрҙәре берлеге ойоштора. Конкурста дәүләт, муниципаль һәм шәхси театр артистары һәм эшмәкәрҙәре, республика мәҙәниәт һәм сәнғәт уҡыу йорттарының театр факультеты студенттары ҡатнаша ала. Улар Фидан Ғафаров репертуарында булған йырҙы, профессиональ композитор әҫәрен, халыҡ йырын йәки үҙе яҙған йырҙы башҡарырға тейеш. Заявкалар 26 октябргә тиклем ҡабул ителә. Конкурс 9 ноябрҙә Бәҙәр Йосопова исемендәге Актер йортонда үтә.