Махсус хәрби операция ветераны Тимур Күсербаев Беренсе канал тапшырыуында ҡатнашты.
Махсус хәрби операция ветераны Тимур Күсербаев Беренсе канал тапшырыуында ҡатнашты. Башҡортостан егете программаға атаһы менән бергә килгәйне. Тимур 2022 йылда өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә юллана. Уға 21 йәш була. Бер йылдан атаһы Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, фронтҡа китә. Ата һәм ул бер хәрби берләшмәлә хеҙмәт итә. 2024 йылда Тимур ҡаты яралана. Уны атаһы ҡотҡара. Тимур Ҡаһарманлыҡ һәм Шайморатов ордендары менән бүләкләнгән. Бөгөн ул предприятиела эшләй, спорт менән шөғөлләнә, мәктәптәрҙә Батырлыҡ дәрестәре уҙғара. Шулай уҡ алғы һыҙыҡта ҡалған иптәштәренә ярҙам итә.