Мәләүез егете ғаиләһенең батырлыҡ юлын дауам итә
Мәләүез егете ғаиләһенең батырлыҡ юлын дауам итә Сергейҙың атаһы Авдеевкала “БАРС” подразделениеһында, ағаһы Луганск янында БПЛА ғәскәрендә хеҙмәт итә. Сергей ҙа Мәләүездә контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юлланған. Ул спорт менән дуҫ — самбо буйынса призлы урындар яулаған, волейбол уйнай. Электрик, иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштергән. Уның хыялы — БПЛА менән идара итергә өйрәнеп, ағаһы янына эләгеү. Өйҙә уны ғаиләһе: әсәһе, ҡусты-һеңлеләре һәм бәләкәс кенә туғаны өҙөлөп көтә. Хеҙмәтен тамамлап, Еңеү менән ҡайтҡас, егет үҙенең һөнәре буйынса эшләргә йыйына. Яугирға һәм уның яҡындарына иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуын теләйек.