Яугирҙарға — 150 килограмм бал!
Яугирҙарға — 150 килограмм бал! Илеш районы Яңы Айыу ауылында йәшәгән Рәзиф һәм Лилиә Мирғәсимовтар ғаиләһе яугир егеттәребеҙ өсөн үҙ умарталығынан 150 килограмм бал йыйып тапшырҙы. Уңған ғаилә быйылғы бал уңышын тулыһынса Ватанды һаҡлаусы егеттәребеҙгә ебәрергә ниәт иткән. Был ғаиләнең тарихы үҙе бер илһөйәрлек өлгөһө. Ғаилә башлығы Рәзиф Мирзәлиф улы — Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәр ветераны, шуға күрә ил һаҡлауҙың, һалдат тормошоноң нимә икәнен яҡшы белә. Тормош иптәше Лилиә Рәүзәт ҡыҙы менән улар дүрт бала тәрбиәләй: өлкән улдары Айзат Брянск ҡалаһында әрме хеҙмәтен үтеп, әле эшләп йөрөй, улдары Йәлил менән Әмир Аҡтаныш кадет мәктәбендә белем ала, ә кескәй ҡыҙҙары Зәринә балалар баҡсаһына йөрөй. Татлы күстәнәсте Республика махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы директоры урынбаҫары, Өфө районы Советы депутаты Рәжәп Арыҫланов ярҙам итте. Уны “Юлдаш” радиоһының “Журналист-ирекмәндәр” төркөмөнә тапшырҙы. Тиҙҙән шифалы бал һалдаттарыбыҙға оҙатыла. Мирғәсимовтар ғаиләһенә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Киләһе йылдарҙа ла бал ҡорттарығыҙ мул уңыш йыйһын, ихатағыҙҙан бәрәкәт өҙөлмәһен. Ә ил һаҡсыларына бер генә теләк — тиҙерәк Еңеү менән тыуған яҡтарына ҡайтырға яҙһын!