🎖️ Яраланһа ла, хәрби бурысын аҙағынаса үтәгән
🎖️ Яраланһа ла, хәрби бурысын аҙағынаса үтәгән Башҡортостан яугире Сәлих Шәрипов, «Шарап» ҡушаматлы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, фиҙакәрлеге өсөн наградаларға лайыҡ булған. Ул «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Мөғин Нагаев исемендәге артиллерия дивизионында хеҙмәт итә. Хәрби задание ваҡытында Сәлих Шәрипов дошмандың артиллерия уты һәм дрондар һөжүме аҫтында позицияларға боеприпастар алып барған. Яраланыуына ҡарамаҫтан бурысты аҙағына тиклем үтәгән. Һөҙөмтәлә артиллеристар боеприпастарҙы ваҡытында алып, дошман көстәренең блиндажын юҡ иткән. 🏅 Сәлих Шәрипов «Хәрби батырлыҡтары өсөн» һәм «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалдары менән бүләкләнгән.