Премьера!
Премьера! Гөлсөм Бикбулатова тамашасыларға «Мин ҡайтырмын» исемле яңы йырын тәҡдим итте. Йыр Гөлсөмдөң яу яланында һәләк булған батыр яугир ҡустыһы — Альберт Бикбулатовтың яҡты иҫтәлегенә арнала. Йырҙы Альберт ҡустыһы менән бергә сәхнәлә дуэт итеп йырларға хыялланған. Әммә аяуһыҙ яҙмыш һәм һуғыш үҙенекен итә — был матур теләккә тормошҡа ашырға яҙмай... Бөгөн был йыр апай кешенең ҡустыһына булған өҙөлмәҫ мөхәббәте, тәрән һағышы һәм мәңгелек хәтере булып яңғыраны. Тамашасылар күҙ йәштәрен йәшерә алманы... Батыр егеттәребеҙҙең яҡты иҫтәлеге мәңге йөрәктәрҙә һаҡланыр!