Берҙәмлек менән тыл көслө!
Берҙәмлек менән тыл көслө! Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты коллективы яугирҙарға татлы ризыҡ әҙерләне. Уны Сибайҙа үткән тамаша барышында «Журналист–ирекмәндәр» төркөмөнә тапшырҙы. Оҙаҡламай татлы тыуған яҡ сәләме һәм күңел йылыһы алғы һыҙыҡҡа оҙатыла. Был уҡыу йортонан 50 студент МХО биләмәһенә юлланған. Сибай институты директоры урынбаҫары Айрат Зөлкәрнәйев үҙ сығышында яугир егеттәргә даими терәк булыуҙары, өҙлөкһөҙ гуманитар ярҙам оҙатыуҙары хаҡында һөйләне. "Сибай институты Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамов менән ғорурлана. Уның яҡты иҫтәлегенә даими саралар ойошторола. Һәр яугир студентыбыҙ өсөн борсолабыҙ, уларҙың иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ", тине институттың матбуғат бүлеге етәксеһе Рәүилә Хәсәнова. "Юлдаш" дуҫтарын йыя" тамашаһында Сибай филармонияһы егеттәрен иҫкә алдыҡ... Хәтерегеҙҙәлер, МХО башланғас та филармонияның күп кенә егеттәре бер автобус булып, йырлай-йырлай яу яланына юлланғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбандар ҙа бар. Батырҙарыбыҙҙың яҡты иҫтәлеге мәңге йөрәктәрҙә. Әммә беҙ ҡалған егеттәребеҙҙең Еңеү йырҙарын йырлап, иҫән-һау туған яҡтарына әйләнеп ҡайтырына ышанабыҙ һәм көтәбеҙ.