⛽️ Башҡортостанда яғыулыҡ станцияларында канистрҙарға сикләү бөтөрөлә
⛽️ Башҡортостанда яғыулыҡ станцияларында канистрҙарға сикләү бөтөрөлә Республиканың эре автозаправка селтәрҙәре канистрҙарға яғыулыҡ һатыуға индерелгән сикләүҙе ғәмәлдән сығара. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Бындай ҡарар яғыулыҡ баҙарындағы хәлдең тотороҡланыуына бәйле. 💬 «Яғыулыҡ станцияларында сираттар бөттө йәки бик аҙ ҡалды», — тип билдәләне республика етәксеһе. Радий Хәбиров «Роснефть», «Башнефть», «Лукойл», «Газпромнефтехим Салауат» компанияларына, автозаправка станциялары етәкселәренә, шулай уҡ стратегик объекттарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә ҡатнашҡан хәрбиҙәргә һәм «БАРС» подразделениеһына рәхмәт белдерҙе.