📚 Мәскәүҙә башҡорт телен өйрәнеү өсөн тағы бер мөмкинлек барлыҡҡа килде
📚 Мәскәүҙә башҡорт телен өйрәнеү өсөн тағы бер мөмкинлек барлыҡҡа килде Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты эргәһендәге вәкиллегендә «Тел асҡысы» һөйләшеү клубының тәүге дәресе үтте. Осрашыуға Башҡорт телен өйрәнергә теләгән 30-ҙан ашыу кеше йыйылды. Клубтың етәксеһе һәм дәрестәрҙе алып барыусы — филология фәндәре кандидаты Флүзә Ғайсина. «Тел асҡысы» клубы Мәскәүҙә башҡорт телен өйрәнеү, уны һаҡлау һәм үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр аса.
1 284 просмотров