✅ Бөгөн Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил халыҡ менән аралаша. Осрашыу Рәсәй президентының Ө...
✅ Бөгөн Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил халыҡ менән аралаша. Осрашыу Рәсәй президентының Өфөләге ҡабул итеү бүлмәһендә үтә. Михаил Закомалдинға көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә тиклем мөрәжәғәт итергә була. ✅ Салауат Башҡорт драма театры Өфөлә сығыш яһай. Тамашасыларға Осетин драматургы Георгий Хугаев пьесаһы буйынса “Йәшәгән, ти...” спектакле тәҡдим ителә. Ул Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры сәхнәһендә күрһәтелә. Сәхнә әҫәре 12 йәштән өлкәндәр өсөн. ✅ Бөгөн “Салауат Юлаев” һәм “Сочи” командалары осраша. Уйын Өфөлә үтә, киске сәғәт 7-лә башлана. БСТ телеканалы матч барышын тура эфирҙа күрһәтә.