✔️ Өфөлә Энергетиктар форумы дауам итә.
✔️ Өфөлә Энергетиктар форумы дауам итә. Бөгөн йәш белгестәр өсөн саралар һәм уйындар үтә. ✔️ Бөгөн илдә “Мәҙәни шәмбе. Рәсәй халыҡтары милли кейемдәре” акцияһы старт ала. Ул Халыҡтар берҙәмлеге йылына арнала. Акция барышында мәктәптәрҙә балалар өсөн төрлө халыҡтарҙың милли кейем һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу дәрестәре ойошторола. ✔️ Яңы тимер юл маршруты булдырылды. Бөгөн Һамар-Өфө-Силәбе-Пермь йүнәлеше буйынса поезд йөрөй башлай. Ул 5 төбәкте - Һамар, Ырымбур һәм Силәбе өләкәләрен, шулай уҡ Башҡортостан һәм Пермь крайын тоташтыра. ✔️ Өфөлә бөгөн "Торатау" конгресс-холы янында машина ҡалдырып булмай. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сикләү Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынна сараларға бәйле ҡабул ителә.