Перейти к содержимому
Максиметер

Беҙ дуҫлыҡ һәм берҙәмлек менән көслө!

Беҙ дуҫлыҡ һәм берҙәмлек менән көслө! "Журналист-ирекмәндәр” төркөмө Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан "Дуҫлыҡ ярҙамы" акцияһын иғлан итте. Уның барышында ҡала һәм райондарҙа эшләп килгән милли-мәҙәни үҙәктәр яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам туплай. Акция Рәсәйҙәге халыҡтар Берҙәмлеге йылына арнала. Тәүгеләрҙән булып беҙҙең штабҡа “Райхан” клубы, “Сәхибъямал” татар ҡатын-ҡыҙҙары ижтимағи ойошмаһы ағзалары һәм Октябрьский ҡалаһынан "Оберег" ирекмәндәр төркөмө яугирҙар өсөн кәрәк-яраҡтар тапшырҙы. "Тыл һәм фронт берҙәмлеге Еңеүгә дәртләндерә, егеттәребеҙгә көс бирә. Яугирҙар төрлө милләт егеттәре менән хеҙмәт итә. Был акция менән тыл һәм фронттың, шулай уҡ төрлө милләт кешеләренең дуҫ һәм татыу булыуын күрһәтәбеҙ", — ти ирекмән ҡыҙҙар. Берҙәмлектә — көс! Барыһы ла Еңеү өсөн! Беҙ бергә! Әйҙәгеҙ, дуҫтар, үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек! Гуманитар ылау “Юлдаш” радиоһында туплана. Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Мәжит Ғафури урамы, 9/1

1 681 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

5 253 подписчиков · Армия и СВО

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.