🌿Ҡырмыҫҡалы районынан 16 йәшлек Самира Ғәйетҡолова Рәсәй Президенты Владимир Путинға Б...
🌿Ҡырмыҫҡалы районынан 16 йәшлек Самира Ғәйетҡолова Рәсәй Президенты Владимир Путинға Башҡортостан ирекмәндәренең эштәре хаҡында һөйләне. Самира Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжында уҡый, башланғыс кластар уҡытыусыһы булырға әҙерләнә. Ул шулай уҡ «Еңеү ирекмәндәре» хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. Самира мәктәп уҡыусыларында Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүҙе үҙенең төп бурысы тип һанай. Уның етәкселегендә уҡыусылар Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының хәлен белешергә йөрөй. Афарин, Самира! Изге эштәрең өсөн рәхмәт. Уҡыуыңда ла, башланғыстарыңда ла уңыштар теләйбеҙ!
Канал в каталоге Максиметера
5 055 подписчиков · Армия и СВО