"41-ҙең арбалы ҡатындары" тигән һәйкәл Бөйөк Ватан һуғышы башындағы реаль тарихҡа нигеҙ... — 22 июня 2026 г. в 10:34:23.362
"41-ҙең арбалы ҡатындары" тигән һәйкәл Бөйөк Ватан һуғышы башындағы реаль тарихҡа нигеҙләнгән. Стәрлебаш районында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар һуғышҡа китеп барыусы ирҙәренең Раевка тимер юл станцияһында туҡталыуын белеп ҡала. Тиҙ генә ризыҡ хәстәрләп, уны арбаға тейәп, юлға сыҡҡандар. Ләкин уларға ат бирмәйҙәр, етмеш саҡрым араны арба һөйрәп, үҙҙәренә үтергә тура килгән. Өҫтәүенә, яндарында кескәй бала ла булған - ҡатындарҙың берәүһе яңы ғына тыуған балаһын иренә күрһәтергә уйлаған. Был һәйкәл халыҡ йыйған аҡсаға төҙөлә һәм тылда михнәт күргән барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға арнала. Мемориал Стәрлебаш мәҙәниәт йорто алдына ҡуйылған.

