— Ағай, Айсыуаҡ ағай, ҙуууур рәхмәт һиңә, тип ҡабатлай ине. Әйтерһең дә был донъяла иң ҡәҙерле әйберен тапҡандай ҡыуанған ошо ун өс йәшлек малайға ҡарап күңелендә ниндәйҙер еңеллек тойҙо Айсыуаҡ. Бүлмәһенә, әйберҙәрен йыйырға ашыҡҡан Ислам артынан Айсыуаҡтың : "һеҙҙе әжәл айырған, фажиғәле үлем һине яҡындарыңдан айырған "-тип шыбырлауы оҙатып ҡалды... Берәм һәрәм лагерь ҡапҡаһы янына туҡтаған машиналарҙа килгән ата - әсәләр, яҡындары һәм туғандары ял итеүселәрҙе сүпләп таратып алып китә лә башланылар. Арҡаһына рюкзагын аҫҡан Ислам да сыҡты ҡайтырға. Тәҙрәләре тонировкалы джип эсенән төшкән күҙлекле етди олпат ир һәм йыуантаҡ аҡ сәсле ҡатын ҡолас йәйеп ҡаршы алды уны ҡапҡа янында. Артмағын машинаға һелтәп, малай йылп итеп Айсыуаҡҡа табан йүгерҙе. Ҡосағына ҡыҫып Ислам менән хушлашыуы …
Читать целиком