Көтөүсе малай — 20 июля 2026 г. в 04:28:49.269
Көтөүсе малай (Ҡустыларыма арнайым) Йәйге селлә хәлде ала, аңды томалай. Тирләп- бешеп көтөү көтә бер кескәй малай. Әйтерһең дә, ҡыҙған таба - Ҡылғанлы дала. Оҙон көндәй сыбыртҡыһын Саҡ һөйрәй бала. Эй, күгәүен, эй, холоҡһоҙ, бәйләнә яман. Түҙ инде, түҙ, эй, балаҡай, был- һинең далан. Тормош юлың яңы ғына әле башлана. Яҙмыш бары һирәктәргә яһай ташлама. ...Сәм- кәреңде һынар хеҙмәт- юлыңдың башы. Был хәҡиҡәт ҡотолғоһоҙ, тиреңдәй асы. ...Йәйге селлә хәлде ала, аңды томалай. Тирләп - бешеп көтөү көтә бер кескәй малай. Сулпан Миңлебаева.

