Халҡыбыҙ борон-борондан ҡорот яһау серҙәрен белгән, был фотола башҡорт ҡатын- ҡыҙҙары й...
Халҡыбыҙ борон-борондан ҡорот яһау серҙәрен белгән, был фотола башҡорт ҡатын- ҡыҙҙары йәйләүҙә ҡорот киптерә. Фото Башҡортостан тарихы - История Башкортостана төркөмөнән алынды. Ә ҺЕҘ ҠЫШҠЫЛЫҠҠА ҠОРОТ ӘҘЕРЛӘП ҠУЙҘЫҒЫҘМЫ? Ҡорот яһау 🔸Айыртылған һөттө ҡайнатып сығарабыҙ, йылымыс хәлгә килгәс, ҡатыҡ ( ойотҡо) һалып, ойоторға ҡуябыҙ.Уны өй температураһында бер- нисә көн әсетеп ултыртабыҙ. Сәй менән эсеү өсөн 3 көн әсетеү ҙә етә, ашҡа һалыр өсөн 7 көн әсеп ултырыуы кәрәк. 🔸Әҙер ҡатыҡты ҡаҙанға һалып, һүрән утта ҡайнатабыҙ.Оҙағыраҡ ҡайнатһаң, ул ҡыҙылыраҡ төҫкә инә. Ҡайнағанда тоҙ һалып ебәрһәң, тиҙерәк һарҡый. Шуны белеү ҙә кәрәк: ҡайнағанда һары һыуы ғына әйләнеп сыҡҡансы ҡайнатһаң, ҡорото күп сыға. 🔸Ҡайнағас, тоҡҡа бушатып, 1-2 көнгә һарҡытырға элеп ҡуябыҙ. 🔸Һыуы ағып бөткәс (ҡорот һыуын эркет, тибеҙ. Эркетте түкмәйбеҙ, ул үҙе дауа), ҡороттан йомғаҡтар яһайбыҙ. 🔸 Йәшел укропты йәки йәшел һуғанды турап, йомғаҡтарға ҡушырға була.Ҡыш көнөндә һурпаға һалып ебәрһәң, хуш еҫтәр сығып китә. 🔸Әҙер ҡоротто һыуытҡысҡа һалып, туңдырып һаҡлайбыҙ. 🔸Уны киптереп тә, ыҫлап та һаҡлайҙар. 🔸Шуны иҫтә тоторға кәрәк: ҡороттоң тәмле сығыуы ойотҡонан килә. Ҡорот бөртөкләнеп тора икән - уңмаған ҡорот, һылауға килгәне - уңған ҡорот. 🔸 Был милли ризыҡты эшләүе мәшәҡәтле, әммә һаулыҡ өсөн дә бик файҙалы икәнен онотмайыҡ. Ваҡыт һынауы үткән боронғо ысулдарҙы хәҙер ҙә ҡулланайыҡ. Оҫта хужабикәләр үҙ фекерҙәрен өҫтәр, тип уйлайбыҙ.