Тыуған ил тыуып үҫкән ерҙән башлана. Ысынлап та, тыуған ерҙе, уның тәбиғәтен бер ниндәй... — 16 июня 2026 г. в 10:17:37.976
Тыуған ил тыуып үҫкән ерҙән башлана. Ысынлап та, тыуған ерҙе, уның тәбиғәтен бер ниндәй һүҙҙәр менән асып бөтөп булмай. Был матурлыҡты күреп тә бөтөрөрлөк түгел. Ейәнсура ере таланттарға бай, ижади кешеләр, әҙәби таланттар районыбыҙҙа байтаҡ. Шуларҙың береһе Миңзаман ағай Уликанов. 16 июнь көнө район үҙәк китапханаһында хөрмәтле яҡташыбыҙ Миңзаман Ғәлимйән улының “Ибрай ауылы тарихы” китабының исем туйы үтте. Авторҙың китабы 2025 йылда донъя күргәйне һәм ул уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Был документаль тарихи баҫма ауылдағы туғанлыҡ ептәрен байҡап, нығытып, тарихҡа таянып яҙылған. Әҙәби кисәне башлап, район үҙәк китапханаһы библиографы Сөмбөл Насип ҡыҙы һәм китапханасы Земфира Мөхәмәт ҡыҙы ҡунаҡтарҙы сәләмләнеләр һәм Миңзаман Ғәлимйән улының тормош юлы менән таныштырып киттеләр. Ейәнсура үҙәк китапханаһы директоры Әбсәләмова Әминә Таһир ҡыҙы Миңзаман Ғәлимйән улына оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, яңы ижади үрҙәр, янып-ярһып эшләр өсөн ташып торған көс-ғәйрәт теләне. Артабан һүҙ Миңзаман ағайға бирелде. Ул үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, тормошонан ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, уй-фекерҙәре, кисерештәре менән ихлас бүлеште. Сараны дауам итеп, райондың оло ихтирамға лайыҡ шәхесе, почетлы гражданины Марат Сәйфулла улына һүҙ бирелде. Шулай уҡ бай күңелле Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, районыбыҙҙың күренекле шағиры Исламов Тимерғәли Әхмәтғәли улы ла ситтә ҡалманы. Күп йылдар белгән хеҙмәттәштәре, әҙәбиәт һөйөүселәр, ижадташ дуҫтары, ауылдаштары, туғандары Миңзаман Ғәлимйән улына матур фекерҙәр әйттеләр, уның тураһында белгәндәре менән бүлешеп, изге теләктәрен еткерҙеләр. Сараны йомғаҡлап, алып барыусылар авторға йылдан–йыл ижад ҡомары һүрелмәүен, рухи шишмәләре һайыҡмауын һәм дә оҙон ғүмер теләп үттеләр.

