24 июнь көнө үҙәк китапханала күренекле яҙыусы, драматург һәм публицист, Башҡортостанды... — 24 июня 2026 г. в 07:39:35.964
24 июнь көнө үҙәк китапханала күренекле яҙыусы, драматург һәм публицист, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллиндың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған “Ейәнсураның күренекле яҙыусыһы” тигән сара үтте. Азат Хаммат улы 1931 йылдың 26 июнендә Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылында тыуған. Үҙ ауылында урта мәктәпте тамамлағандан һуң, ул ошонда уҡ тәрбиә-уҡытыу эшендә ҡала. 1949-1953 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетында уҡый. Мәскәүҙәге А.М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институтына аспирантураға инә. Уҡыуын тамамлағас, ҡайтып 1957-1958 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында эшләй. Кисәне район үҙәк китапханаһы библиографы Сөмбөл Насип ҡыҙы һәм китапханасы Земфира Мөхәмәт ҡыҙы асып ебәрҙеләр һәм Азат Хаммат улының тормош юлы менән таныштырып киттеләр. Сараны дауам итеп һүҙ килгән ҡунаҡтарға бирелде, улар яҙыусының ижады тураһында һөйләнеләр һәм хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Азат Абдуллин "Ун өсөнсө председатель", "Онотма мине, ҡояш", "Аҡтан-аҡ һөт", "Ҡыҙыл ысыҡ" тип аталған хикәйә-повестар, күп драма әҫәрҙәре яҙған, бихисап пьесалары сәхнәләштерелгән. Осрашыу аҙағында уның рухына бер минут тынлыҡ иғлан ителде һәм яҡташыбыҙҙың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү, уның ижадын киләсәк быуындарға тапшырыу — беҙҙең изге бурысыбыҙ тип сара тамамланды. Яҙыусының йөрәге 2023 йылда тибеүҙән туҡтаны, драматург Мәскәү ҡалаһында ерләнгән.

