✅ Башҡортостанда яңы төбәктәрҙең Рәсәйгә ҡушылыуына арналған саралар үтә. Донецк һәм Лу... — 30 сентября 2026 г. в 04:34:05.685
✅ Башҡортостанда яңы төбәктәрҙең Рәсәйгә ҡушылыуына арналған саралар үтә. Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләренә бағышланған программа 23 октябргә тиклем дауам итә. Тамаша, спорт ярыштары, патриотик акциялар уҙғарыла. Бөгөн республика музейҙарында “Беҙ бергә!” акцияһына старт бирелә. Башҡортостан Милли музейында “Өйгә юл” тигән кинолекторий. ✅Өфөнөң Еңеү паркында “Рәсәй менән мәңгегә” тигән флешмоб була. Бөгөн төштән һуң ҡала урамдарында автосәфәр үтә. 16:00 сәғәттә “Ватан” паркында “Бергә еңербеҙ” тигән флешмоб старт ала. ✅ Бөгөн республикала “Йәйәүле” операцияһының һуңғы көнө. Автоинспекторҙар юл йөрөү ҡағиҙәләре үтәлешенә иғтибар итә. Балалар баҡсаһы һәм мәктәп янындағы юлдар, үткәүелдәр контролдә тотола.