Өфөлә Махсус хәрби операция ҡатнашыусыһының өс игеҙәк балаһы тыуған — 24 августа 2026 г. в 08:03:02.774
Өфөлә Махсус хәрби операция ҡатнашыусыһының өс игеҙәк балаһы тыуған Целищевтар ғаиләһендә бер юлы өс сабый — Николь, Полина һәм Лев донъяға килгән. ❤️ Балалар 15 июлдә Республика клиник перинаталь үҙәгендә 1400, 1480 һәм 1850 грамм ауырлыҡ менән тыуған. Тәүге көндәрҙә улар реанимацияла табиптар күҙәтеүе аҫтында булған. Белгестәр ярҙамында сабыйҙар нығынған һәм әсәләре менән бергә өйҙәренә ҡайтҡан. Хәҙер уларҙың ауырлығы — 2200, 2620 һәм 2800 грамм. Ғаиләгә һаулыҡ, именлек, ә бәләкәстәргә бәхетле бала саҡ теләйбеҙ! 💛

