Республикала һалым түләү тураһында иҫкәрмәләр таратыла башланы — 1 октября 2026 г. в 18:15:00.699
Республикала һалым түләү тураһында иҫкәрмәләр таратыла башланы Улар 2025 йылға милек һәм физик шәхестәр килеменә һалымдар. Был документты 2 миллиондан ашыу кеше аласаҡ. Граждандарҙың 1 миллион 8 йөҙ меңе иҫкәрмәләрҙе «Дәүләт хеҙмәте» порталы һәм Һалым хеҙмәте сайтында шәхси кабинетта таныша ала. Электрон вариант мәғлүмәт алыу ғына түгел, шунда уҡ түләү мөмкинлеге лә бирә. Һанлы сервистар менән ҡулланмаусыларға иҫкәрмәләр йәшәгән урынға заказлы хаттар менән оҙатыла.