Өфөлә һуғыш ветерандары клиник госпиталендә Оло йәштәгеләр көнө билдәләнде — 1 октября 2026 г. в 17:45:00.811
Өфөлә һуғыш ветерандары клиник госпиталендә Оло йәштәгеләр көнө билдәләнде Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө айҡанлы Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталендә байрам табыны ойошторолдо, концерт программаһы тәҡдим ителде. Пациенттар алдында баш ҡаланың иждаи коллективтары сығыш яһаны. «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе махсус хәрби операция яугирҙарының ата-әсәләренә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.