Мәйеткә ғөсөл ҡойондороу
Мәйеткә ғөсөл ҡойондороу ✔️Ғөсөл ҡойондорор өсөн ошондай ниәт ҡылына: “Иләһи ниәт ҡылдым ахирәт ғөсөлөн ҡойондорорға, тәндәрен пакларға. Әшһәдү әлләә иләәһә илләллаһү үә әшһәдү әннә Мөхәммәдән ғәбдүһүү үә расүүлуһ”. ✔️Мәйеттең башын бер аҙ күтәргән хәлдә башына һыу ҡоябыҙ, һуңынан баш тапҡырында мәйетте йыуған урынды йыуып ебәреү кәрәк. ✔️Уң яҡ елкәһенән алып аяҡ осона тиклем, һул яҡ елкәһенән алып аяҡ осона тиклем һыу ҡойоп сығабыҙ. ✔️Һул яғына ятҡырып, уң яҡ арҡаһын янбашы менән ғөсөлләндерәбеҙ һәм йыуған урынды йыуып ебәрәбеҙ. ✔️Уң яғына ятҡырып, һул яҡ арҡаһын янбашы менән ғөсөлләндерәбеҙ ҙә, йыуған урынды таҙартып, мәйетте һалабыҙ. ✔️Уң аяғын һәм һул аяғын, бармаҡ араларын аралап, ғөсөлләндерәбеҙ. ✔️Мәйет ҡатын-ҡыҙ булһа, сәстәрен ике яҡҡа һуҙып һалабыҙ. ✔️Мәйеттән нәжесе сығыуы ихтималы булһа, мамыҡты марляға төрөп, артына бөкә (пробка) ҡуябыҙ. Әгәр нәжесе сыҡҡан булһа, шул урынды ғына таҙартабыҙ, мәйетте ҡабаттан ғөсөлләндермәйбеҙ. ✔️Таҙа тәнен ҡоротоп алғандан һуң ир кешенең ғәүрәтен кендегенән алып тубығына ҡәҙәр таҙа сепрәк менән уратып ҡаплап ҡуябыҙ. Әгәр мәйет ҡатын-ҡыҙ булһа, күкрәге күкрәксен менән уратып ҡаплап ҡуйыла. ✔️Ошоноң менән мәйетте йыуыу тамам.