Татуировка эшләтеү - оло гонаһ
Татуировка эшләтеү - оло гонаһ Татуировка эшләтеү һаулыҡҡа зыян килтереү менән бергә, шәриғәтебеҙҙә ҙур гонаһтар төркөмөнә инә. Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм сәхих хәҙисендә былай ти: «Аллаһ тәндәренә рәсем төшөртөүселәрҙе лә, рәсем төшөрөүселәрҙе лә ләғнәт ҡылды». 📝 (Имам Мөслим риүәйәте, 2125). Уйландыра ла, ҡурҡыта ла торған хәҙис, ҡәрҙәштәрем! Аллаһтың ләғнәте төшөү — иң ҙур бәхетһеҙлек. Дуҫтар, беҙ сит-ят модаға эйәреп, башҡаларҙан айырылып торғобоҙ килеп, ниндәй хәүефле гонаһ ҡылғаныбыҙҙы йыш ҡына аңлап та бөтмәйбеҙ. Балаларыбыҙҙы, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе ошо насар ғәмәлдән тыйһаҡ ине. Ә белмәйенсә эшләтеп, Раббыһынан ғәфү итеүҙе һорап ялбарыусыларға Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә былай тип өндәшә: «Эй, бәндәләрем! Гонаһ ҡылып үҙегеҙгә зыян килтергән булһағыҙ, Аллаһтың рәхмәтенән өмөт өҙмәгеҙ. Сөнки тәүбә итеп төҙәлгәндә, Аллаһ бөтә гонаһтарҙы ярлыҡаусылыр. Ул — Ярлыҡаусы һәм Рәхимлелер». 📝 («Зүмәр» сүрәһе, 53-сө аят). Тәүбә ҡылыу менән бергә, мөмкинлек булһа, тәнгә төшөрөлгән рәсемдәрҙе бөтөрөргә тырышырға кәрәк. Хәҙер татуировкаларҙы лазер менән бөтөрә торған сифатлы процедуралар бар. Тәүбә ҡылғас, ул гонаһтың эҙен дә бөтөрөргә тырышырға кәрәк. Раббыбыҙ әҙәм балаһын иң гүзәл рәүештә бар иткән: «Ысынлап та, Беҙ кешене иң күркәм ҡиәфәттә (камил төҙөлөшлө итеп) яралттыҡ». 📝 («Тин» сүрәһе, 4-се аят). 🤝 Тәнебеҙ, һаулығыбыҙ — беҙгә бирелгән аманат. Уның өсөн Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында яуап бирәсәгебеҙҙе онотмайыҡ.