Үлем хәлендәге кеше янында
Үлем хәлендәге кеше янында Ауырыу дин ҡәрҙәшеңдең барып хәлен белеү, уның өсөн Аллаһтан шифа һорап доға ҡылыу һәм һәр төрлө ярҙам күрһәтеү - пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһиссәләм сөннәтенән. Үлем хәлендә ятҡан ауырыу янында уны арытып бик оҙаҡ ултырырға ярамай. Ҡаты ауырыу кешегә иман кәлимәһен әйт, тип көсләү ҙә килешмәгән эш. Киреһенсә, уның хәлен белергә барыусы, үҙе, ауырыу ишетерлек итеп, шәһәҙәт кәлимәһен, йәғни «Ләә илләһә илләллааһу» тип әйтергә кәрәк. Әжәле яҡынлашҡан кешене уң яғына ятҡырырға кәрәк. Уның янындағылар Йәсин йәки Мөлөк(Тәбәрәк ) сүрәләрен уҡырҙар. Динебеҙ был сүрәләрҙең уҡылыуын сауаплы күрә. Үлем хәлендәге кешенең янында Ҡөрьән уҡый белмәгәндәр хәйер-доға ҡылырҙар. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: “ Бер хастуның йә иһә бер мәйеттең янында булһағыҙ, хәйерле бер һүҙ әйтегеҙ. Сөнки фәрештәләр, ул һүҙҙең ҡабул ителеүе өсөн “ әмин” тип, доға ҡылырҙар”, — тип бойора. Яҡын иптәше Әбү Сәләм вафат булғанда ла Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уға хәйер доға ҡылған, иптәше өсөн Аллаһтан рәхмәт һәм мәғфирәт һораған, әхирәттә ҙур дәрәжәләр, ҡәберендә рәхәтлек теләгән.