Телебеҙҙе тыйырға өйрәнәйек
Телебеҙҙе тыйырға өйрәнәйек ✔️Кеше күп ваҡытын һөйләшеп үткәрә, һәм уның һәр һүҙе фәрештәләр тарафынан яҙылып бара: «Ул бер генә һүҙ әйтһә лә, уның эргәһендә күҙәтеүсе әҙер» («Ҡаф» сүрәһе, 50: 8). ✔️Ҡайһы ваҡыт беҙ ниндәйҙер нәмә һөйләйбеҙ һәм уның ҡурҡынысын аңлап та бөтмәйбеҙ: «Бына һеҙ быны телдәрегеҙгә ҡабул итәһегеҙ һәм, ул турала белемегеҙ булмаһа ла, ауыҙҙарығыҙ менән һөйләйһегеҙ, һәм бик әһәмиәтһеҙ тип иҫәпләйһегеҙ, ә ул Аллаһ ҡаршыһында – бөйөк нәмә (гонаһ)» («Нур» сүрәһе, 24: 15). Шуға күрә һәр нәмәне уйлап ҡына һөйләйек. ✔️«Кем Аллаһ Тәғәләгә һәм Ҡиәмәт көнөнә ышана икән, хәйерле нәмә әйтһен йә һөйләшмәһен» Имам Мүслим риүәйәт итте. ✔️ Бер көн пәйғәмбәребеҙгә (صلى الله عليه وسلم) бер кеше килде лә: «Мине йәннәткә керетә торған берәй ғәмәл күрһәт әле», – тине. Мөхәммәт пәйғәмбәр (صلى الله عليه وسلم): «Ошо нәмәңде тый», – тине лә теленә күрһәтте. ✔️Ысынлап та, кеше үҙ теле менән әллә нисә төр хаталар эшләп ташлай ала: исламда иң бөйөк гонаһ булған ширк, Аллаһ Тәғәлә тураһында белемһеҙ һөйләү, ялған шаһитлыҡ, сихыр, ғиффәтле мосолман ҡатынды зинала ғәйепләү, мосолманды ҡарғау, ялған һүҙ, ғәйбәт, кеше араһын бутау... Бер хәҙистә әйтелгәнсә, «Ҡайһы ваҡыт кеше үҙе лә аңлап бөтмәгән бер һүҙ һөйләр һәм шуның арҡаһында көнбайыш һәм көнсығыш араһынан да тәрәнерәк утҡа тайып төшөр» (Әл-Бүхари һәм Мүслим риүәйәт иттеләр). Ошо аяттарҙы һәм хәҙистәрҙе әүәл быуын мосолмандар яҡшы аңлаған, шуға күрә үҙ телдәренә лә ныҡ иғтибар иткән.