Аллаһ Илсеһе саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм вәғәздәренең береһендә сәхәбәләренә әйтә:
Аллаһ Илсеһе саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм вәғәздәренең береһендә сәхәбәләренә әйтә: «Йәннәт әһелдәре буласаҡ өс төркөм бар: ✓ Улар көслө, ғәҙел, саҙаҡа тараталар һәм эштәрендә уңыш ҡаҙаналар; ✓ Һәр туғанына, (һәр) мосолманға йомшаҡ булыусы мәрхәмәтле кешеләр; ✓ Шулай уҡ (башҡаларҙан һис нәмә талап итмәгән) күп балалы, баҫалҡы кешеләр. Бишәү Ут әһеле буласаҡ: ✓ (Гонаһтарҙан һаҡланыр өсөн) аҡылын эшкә екмәгән ихтыярһыҙ кеше. Ғаиләһенә лә, милеккә лә ынтылмайынса, теләһә кемгә эйәреүсе; ✓ Мәкерле кеше, (теләктәренә ирешеү өсөн) хатта ки ул ваҡ-төйәк эшкә ҡағылһа ла, мәкер ҡора; ✓ Ғаиләңә, милкеңә (ҡағылышлы эштәрҙә) һине иртән дә, кисен дә алдаусы кеше; ✓ Һаран һәм алдаҡсы; ✓ Яман холоҡло һәм әшәке һүҙҙәр әйтеүсе кеше». Ә бынан һуң Пәйғәмбәребеҙ салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: «Раббым Аллаһ миңә шуны төшөндөрҙө: (һеҙ) күндәм булырға һәм бер-берегеҙ алдында эреләнмәҫкә, бер-берегеҙгә ғәҙелһеҙлек ҡылмаҫҡа тейеш!» (Мөслим, Джәннәт, 2865).