Бөтә яманлыҡтарҙан һаҡланам тиһәгеҙ
Бөтә яманлыҡтарҙан һаҡланам тиһәгеҙ - “Ихлас”, “Фәләҡ” һәм “Нәс” сүрәләрен иртән һәм кисен өсәр тапҡыр уҡығыҙ. Ғабдуллаһ ибн Хүбәйбәнән риүәйәт ителә: Бер ваҡыт Аллаһтың рәсүле уға әйтте: «Өс тапҡыр иртән һәм кискеһен “Әйт: “Ул, Аллаһ - Бер…” (Ихлас сүрәһе) һәм ике “Һаҡлаусы” сүрәне (Фәләҡ һәм Нәс сүрәләре) уҡы һәм былар һине бөтә яманлыҡтарҙан һаҡлаясаҡ». Әт- Тирмиҙи 3575, Әбү Дауыт 5082, ән-Нәсәи 5428. Ғуҫмән ибн Ғәффәндән риүәйәт ителә, Аллаһтың рәсүле әйтте: «Кем һәр иртә һәм һәр кис һайын өс тапҡыр: “Аллаһ исеме менән, ерҙә лә, күктә лә бер нәмә лә зыян килтермәгән исеме менән, Ул – Ишетеүсе, Белеүсе!” – тип әйтә, шуға бер нәмә лә зыян килтермәйәсәк». Әт-тирмиҙи.