Аллаһы Тәғәләне тик ҡыйын ваҡытта ғына иҫкә алмағыҙ, Уның менән һәр көн, һәр сәғәт булығыҙ
Аллаһы Тәғәләне тик ҡыйын ваҡытта ғына иҫкә алмағыҙ, Уның менән һәр көн, һәр сәғәт булығыҙ Аллаһ Тәғәлә һеҙҙең төрлө-төрлө телдә һөйләгән һүҙҙәрегеҙҙе генә түгел, һәр берегеҙҙең уйҙарын да белә! «Ул күҙҙәрҙең хыянатын да, күкрәктәр йәшергән нәмәләрҙе лә белә», – тиелгән Ҡөрьәндә («Ярлыҡаусы» сүрәһе, 40: 19). Шулай булғас, Аллаһ Тәғәләгә үҙегеҙ ялбарығыҙ, теләктәрегеҙҙе Уға үҙегеҙ һөйләгеҙ! Уны тик ҡыйын ваҡытта ғына иҫкә алмағыҙ, Уның менән һәр көн, һәр сәғәт, һәр минут булығыҙ. Пәйғәмбәребеҙ (صلى الله عليه وسلم) беҙгә шулай тип өйрәтте: кем Аллаһты еңел саҡта хәтерләһә, Аллаһ та кешене уның ҡыйын ваҡытында хәтерләр.