Ниндәй сауаптар яҙыла?
Ниндәй сауаптар яҙыла? Салауат әйтеүсегә ниндәй сауаптар яҙыла һуң? Бында ла һөйөклө рәсүлебеҙҙең (с.ғ.с.) бер нисә хәҙисен иҫкә төшөрөп үтәйек. Әбү Һурайранан (р.ғ.) килгән ике хәҙистә ошондай юлдар бар: “ Әгәр берәй кеше миңә сәләм әйтһә, Аллаһы Тәғәлә был сәләмде ҡабул итеү өсөн минең рухымды йәнләндерә”. “Әгәр берәй кеше миңә бер салауат әйтһә, Аллаһы Тәғәлә уға ун тапҡыр арттырып әжерен бирә”. Ҡөрьән Кәримдә Аллаһы Тәғәлә юлында шәһит булып үлгән кешеләрҙең үлмәүе, бәлки тере булыуы хаҡында әйтелә. Бәйғәмбәрҙәрҙең дәрәжәһе шәһиттәрҙән күпкә өҫтөнөрәк, шуға күрә уларҙың рухтары ла иҫән, әйтелгән сәләм-салауаттарҙы ҡабул итә. Сөнки улар үҙҙәренә хас булған башҡа үлсәмдә йәшәй. Был хаҡта бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) хәҙистәрендә шулай аңлата: “Ерҙә туҡтауһыҙ сәйәхәт итеүсе фәрештәләр бар, улар минең өммәтемдең сәләмдәрен миңә ирештереп тора”. “Миңә күп салауат һәм сәләм әйтегеҙ. Сөнки ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа һеҙҙең салауат һәм сәләмдәрегеҙ миңә килеп ирешәсәк”.