Мосолмандар салауаты
Мосолмандар салауаты Мосолмандар үҙҙәренең салауатында һөйөклө бәйғәмбәребеҙгә (с.ғ.с.) изге доғалар ҡыла, уның дәрәжәләрен күтәреүҙе һорай, уны ҙурлай һәм данлай. Ә сәләмдәр юллаған ваҡытта уға именлек, тыныслыҡ, бәрәкәт теләй. Ғөмүмән алғанда, бәйғәмбәребеҙгә (с.ғ.с.) салауат һәм сәләмдәр әйткәндә мөьмин-мосолмандар ҡыҫҡаса ошондай мәғәнәне эсенә алған доға ҡыла: “Эй, Раббыбыҙ! Хөрмәтле бәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с.) исемен ҙурла һәм уның данын был донъяла ла, әхирәттә лә арттыр! Ул алып килгән ислам динен бөтә донъя халыҡтарына еткер һәм ерҙә йәшәү дауам иткәнсегә тиклем был динде һаҡла! Бәйғәмбәребеҙгә (с.ғ.с.) әхирәттә үҙенең өммәтенә шәфәғәт ҡылырға ярҙам бир! Уға хисапһыҙ сауап яҙ! Уға хозур һәм именлек бир!”