Перейти к содержимому
Максиметер

Кем ул Мөхәммәт пәйғәмбәр ?

Кем ул Мөхәммәт пәйғәмбәр ? Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тормош юлын белмәйенсә, ислам динен тулыһынса аңлау мөмкин түгел. Уның тормош юлы тураһындағы китаптар «сира» китаптары тип атала. Йәғни, сира – ул Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (ﷺ) тарихы. Сираны бөтә нескәлектәре менән башҡа ҙур китаптарҙан уҡырһығыҙ, ә бөгөн беҙ Пәйғәмбәребеҙ (ғәләйһиссәләм) тураһында ҡыҫҡаса ғына һөйләп китәбеҙ. ✅Мөхәммәт пәйғәмбәр (ﷺ) Мәккә ҡалаһында 571 йылда тыуған. Уның атаһы, Абдуллаһ, улы тыумаҫ борон уҡ үлеп ҡалған. Мөхәммәткә алты йәш булғанда, уның әсәһе лә үлеп ҡала. Шулай итеп, бәләкәс Мөхәммәт (ﷺ) олатаһы Ғабдүлмүтталиб тәрбиәһендә ҡала. Әммә Мөхәммәткә һигеҙ йәш булғанда, уның олатаһы ла үлеп ҡала. Тамам етем ҡалған Мөхәммәтте уның атаһының ҡустыһы Әбү Талиб үҙ тәрбиәһенә ала. Шулай итеп, Мөхәммәт пәйғәмбәр (ﷺ) бала сағынан уҡ төрлө ҡыйынлыҡтар күреп үҫә. ✅Егет булып үҫеп етеп, 25 йәшен тултырғас, Мөхәммәткә Хәдиджә тигән бай ҡатын үҙенә өйләнергә тәҡдим итә, Мөхәммәт риза була. Хәдиджәгә Мөхәммәт (ﷺ) әхлағы, холҡо менән ныҡ оҡшай, сөнки Хәдиджә үҙе лә бик әҙәпле, саф ҡатын булған (Аллаһ унан риза булһын). Ул Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙгә (ғәләйһиссәләм) 20 йылдан артыҡ, вафатына тиклем, иң яҡшы ҡатын булды һәм уға биш бала – бер ул һәм дүрт ҡыҙ табып бирә. Шул иҫәптән, Фатиманы (Аллаһ унан риза булһын). Шулай уҡ, Хәдиджә – Мөхәммәттең пәйғәмбәр икәненә ышанған һәм ислам динен ҡабул иткән иң-иң беренсе кеше була. ✅Мәккә халҡы Мөхәммәтте (ﷺ) бик яратты, уға ышанды, сөнки ул бер ҡасан да бер кемде лә алдаманы, һүҙҙәрен һәр ваҡыт тотто, үҙе аҡылы һәм ғәҙеллеге менән айырылып торҙо. Уға халыҡ «Әмин» тип өндәшер булған. Әмин – тимәк ышаныслы кеше. Ниндәйҙер бәхәстәр тыуған ваҡытта ла, бәхәсте хәл итер өсөн уны саҡырғандар, кемдер алыҫ сәфәргә китер булһа, Мөхәммәткә (ғәләйһиссәләм) үҙенең малын һәм ғаиләһен аманат итеп ҡалдырып киткән. Ғөмүмән, уға бөтәһе лә ышандылар, уны бөтәһе лә яраттылар. ✅Мөхәммәткә (ﷺ) 40 йәш тулғас, ул Аллаһы Тәғәлә тураһында ныҡ уйлана башлай. Ул Мәккә ғәрәптәренең төрлө боттарға табыныуҙарын кескәй саҡтан яратмай торған булған, сөнки саф күңеле менән бының яңылыш икәнен аңлаған. Ғәрәптәр эскелек, зина, фәхишәлеккә батҡан, ярлыларҙы, көсһөҙҙәрҙе кәмһетеүсе, ҡолдарҙы, ҡатындарҙы рәнйетеүсе халыҡ булған. Хатта ки шундай сиккә еткәндәр: ҡыҙ бала тыуһа, ғәрләнеп, улар уны тереләй сүлдә күмеп китер булғандар. Быларҙың барыһының да сәбәбе тик бер нәмәлә – дөрөҫ диндең булмауында ине. Быны Мөхәммәт (ﷺ) бик яҡшы аңлаған. Бер көн Мөхәммәт (ғәләйһиссәләм) Мәккә ҡалаһы эргәһендәге Хира тауы мәмерйәһендә ултырғанда, уның алдында Ябраил (ғәрәпсә – Джибрил) фәрештә пәйҙә була һәм Мөхәмәтте ныҡ итеп ҡосаҡлап: «Уҡы!» - ти. Мөхәммәт (ﷺ): «Мин бит уҡый белмәйем» - тип яуап ҡайтара (ул ысынлап та уҡый ҙа, яҙа ла белмәй ине). Ябраил фәрештә ғәләйһиссәләм тағы ла берҙе: «Уҡы!» - ти. Мөхәммәт иһә тағы ла шундай уҡ яуап ҡайтара. Ябраил фәрештә ғәләйһиссәләм уны йәнә ҡосаҡлай һәм уға шундай һүҙҙәр еткерә: «Һине барлыҡҡа килтергән Раббың исеменә уҡы! Ул кешене уҡмашҡан ҡандан яралтты. Уҡы! Һинең Раббың – Иң йомарт, Ул ҡәләм менән кешегә ул белмәгән нәмәләрҙе өйрәтте…» («Уҡмашҡан ҡан» сүрәһе, 1 – 5 аяттар). Бөйөк Ҡөрьән-Кәримдең кешелеккә төшөрөлгән иң беренсе аяттары була был. Шулай итеп, 40 йәшлек Мөхәммәт (ﷺ) пәйғәмбәр булды. Ошо кистән һуң тағы 23 йыл буйына Аллаһы Тәғәлә уға Ҡөрьән аяттарын ебәреп торасаҡ (Ябраил фәрештә аша). Беҙ белгән 600 битлек Ҡөрьән-Кәрим китабы – ул 23 йыл буйы йыйылған Аллаһы Тәғәлә һүҙҙәре.

1 000 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

2 864 подписчиков

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.