Перейти к содержимому
Максиметер

Ғөмрә ғибәҙәтендә кәңәш ителгән доғалар

Ғөмрә ғибәҙәтендә кәңәш ителгән доғалар «Йәә хәййү, йәә ҡаййүүм! Йәә ҙәл-джәләәли үәл-икраам! Әс'әлүкә ән түхйийә ҡальбии бинүүри мәғрифәтикә әбәдән. Йәә Әллааһүү, йәә Әллааһүү, йәә Әллааһүү, йәә бәдииғәс-сәмәәүәәти үәл-әрд! Мәғәнәһе: «Йә, Мәңге Тере Зат! Йә, Идара ҡылыусы! Йә Ҡөҙрәтлек һәм Мәрхәмәт Эйәһе! Мин Һинән йөрәгемде һәр ваҡыт Үҙеңде танып белеү нуры менән терелтһәң ине, тиеп һорайым. Йә, Аллаһ, йә Аллаһ, йә Аллаһым! Йәә күктәрҙе һәм ерҙе Яралтыусы!» Ихрам хәленә инер алдынан хажиға ошо доғаны ҡылыу кәңәш ителә: "Әллааһүммә үхримү ләкә шәғрии үә бәшәрии үә ләхмии үә дәмии" Мәғәнәһе:  "Йә, Раббым! Һинең ризалығың өсөн үҙемдең сәсемде, тәнемде, ҡанымды хәрәм ҡылдым (тыйылған иттем)".  Ихрам кейемен кейгән саҡта: "Йә Аллаһым! Һинең ризалығың өсөн хаж (йәки ғөмрә) ҡылырға ниәт иттем", – тиеп ниәт ҡылына. Ихрам кейеме кейелгәс тә хажи: "Йә Раббым! Ихрам халәтенә инеү ниәте менән  ике рәҡәғәтлек намаҙ уҡыйым", – тиеп тәүге рәҡәғәттә «Әл-Фатиха» һәм «Әл-Кәфирун», икенсеһендә «Әл-Фатиха", «Әл-Ихлас» сүрәләре менән намаҙ ҡыла. Намаҙ уҡыу – өстәхәб (кәңәш ителә). "Әл-Фәтихә"нән һуң башҡа сүрәләрҙе уҡырға мөмкин.

968 просмотров

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.