Нимә һуң ул ихрам ?
Нимә һуң ул ихрам ? Мәккәлә хаж йә ғөмрә ҡылыусы кейә торған кейем. Ир кешеләрҙә ул – етен йәки мамыҡтан туҡып эшләнгән ике буй аҡ туҡыма. Береһе яурын аша тәнгә һалына, икенсеһе билгә урала. Бындай туҡымаға энә теймәгән булырға тейеш. Әлеге кейем элек-электән хаж, ғөмрәгә барыусыларҙың яҡшы ниәт менән сәфәр тотоуын аңлата. Был кейем тулы ғөсөл алып, ихрам хәленә инергә ниәт итеп кейелә. Ихрам кейеме һәр кешенең ихлас ниәттә булыуын һәм Аллаһ алдында тигеҙлеген һынландыра. Ир-аттың аяҡ кейеме лә асыҡ булырға, бармаҡтары, табандары күренеп торорға тейеш. Ҡатын-ҡыҙ ихрам хәленә инеү ниәтен әйтеп, мөслимәләр кейеме талабына ярашлы теләгән күлдәген кейә. Ихрам халәтенә ингәндә 2 рәҡәғәт намаҙ уҡыла. Ихрам халәтенә ингән кеше өсөн айырым тыйыуҙар бар. Был тыйыуҙар ниәт һәм тәлбиә әйтеү менән үк көсөнә инә. Ихрам халәтенә ингән кеше мөхрим тип атала.
Канал в каталоге Максиметера
2 904 подписчиков