Хаж һәм Ғөмрә: изге сәфәргә нисек әҙерләнергә?
Хаж һәм Ғөмрә: изге сәфәргә нисек әҙерләнергә? «Хажға йәки ғөмрәгә барырға теләйем, тик эште нимәнән башларға белмәйем…» Был һорау күптәрҙе борсой. Унда барыу ябай ғына сәйәхәт түгел, кешенең күңеленә, иманына, донъяға ҡарашына ҙур йоғонто яһаған изге сәфәр. Шуға уға юлланыр алдынан физик яҡтан да, рухи яҡтан да әҙерлекле булыу бик мөһим. – Хажға барыр алдынан тәүбә итеп, истиғфарҙар әйтеп, «Әстәғәфируллаһ», «Аллаһы Тәғәлә, бөтә гонаһымды ла ғәфү ит», тип үҙеңде рухи яҡтан әҙерләйһең. Изге сәфәргә барыу өсөн Ҡөрьән-хафиз булыу кәрәкмәй. Шулай ҙа намаҙҙарыңды дөрөҫ итеп уҡырға өйрәнергә, эске донъяң менән дә әҙерләнеү зарур. Изге юлға сығыуҙан ҡурҡырға ярамай. Барырға теләгән кешене алдан әҙерләйбеҙ: нимәгә иғтибар итергә кәрәклеген, юлда үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген аңлатабыҙ, – ти хаж, ғөмрә сәфәрҙәрен ойоштороу менән шөғөлләнгән Зөһрә Ҡужахмәтова. Зөһрә Вәкил ҡыҙы әйтеүенсә, хаж, ғөмрә ҡылыусылар араһында йәштәрҙең артыуы күҙәтелә. Бер ваҡиға тулҡынландырғыс булып айырыуса хәтерендә ҡалған. Бер хәлле генә ғаилә Яңы йыл алдынан Мальдив утрауҙарына ял итергә барырға йыйына. Тик 8 йәшлек улы ата-әсәһенә: «Миңә Ҡәғбәны барып, күреп ҡайтырға кәрәк», – ти. Бына шул бала ете кешенең ғөмрәгә барыуына сәбәпсе була. Хаж ваҡытында күп йөрөргә тура килә. Шуға күрә изге сәфәргә тиклем көн һайын йәйәү йөрөүҙе ғәҙәткә индереү, оҙаҡ йөрөүгә күнегеү файҙалы. Ғөмрә ваҡытында, ғәҙәттә, отелдә, ә хаж ваҡытында өс көн палаткалы лагерҙа йәшәйҙәр.
Канал в каталоге Максиметера
2 904 подписчиков · Религия