Перейти к содержимому
Максиметер

Һәр эш ниәткә ҡарап баһалана

Һәр эш ниәткә ҡарап баһалана Ниәт – бер эш-ғәмәлде ҡылыу тураһында уйлау була. Тел менән әйтеү мәжбүри түгел, күңелдән әйтһәң дә була. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллааһу ғәләйһи үә сәлләм: «Ысынында, эштәр ниәт менән генә баһаланалар. Һәр кешегә үҙе ирешергә ниәтләгән генә нәмә буласаҡ...», -тигән.      Дөрөҫ ниәтләп ғәмәлдең сауабын алабыҙ йәки шул әжер-сауаптан мәхрүм булабыҙ. Бына ҡайһы саҡ бер-береһенә оҡшаш ғәмәлдәр ниәтенә ҡарап ҡына айырыла. Мәҫәлән, кеше ғөсөл ҡойона. Беҙҙең ғөсөл берәүҙең ҡәҙимге душ инеүенән ни менән айырыла? Ситтән ҡарағанда, айырма юҡ: икеһе лә һыу ҡойона, әммә берәүһе намаҙ уҡыу ниәте менән таҙарына, ә икенсеһе тәнен таҙартыу маҡсаты менән йыуына. Асылда бер үк ғәмәл башҡарып, ин шәә Аллаһ, тәүгеһе сауап ала, ә икенсеһе ул сауаптан мәхрүм. Тағы бер миҫал. Берәү кемгәлер «Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн күршемә ярҙам итергә ниәт иттем», икенсеһе "Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн мәсетте йыйыштырырға ниәт иттем» тип , күршеһенә ярҙам итә, мәсетте йыйыштыра, улар әжер-сауап аласаҡ. Әгәр бәғзеләр ниәтһеҙ генә эшләшә, уның өсөн сауап яҙылмай. Тимәк, ниәтебеҙгә күрә беҙ ҡәҙимге ғәмәлдәребеҙҙе ғибәҙәткә әйләндерәбеҙ һәм улар өсөн сауап алабыҙ.  Изге ниәт, ихласлыҡ, Аллаһтың ризалығын алырға теләү сәбәпле һәр файҙалы һәм яҡшы ғәмәл ғибәҙәткә әүерелә. Ниәтләп эшләнгән игелекле, изге эш-ғәмәлдәргә Аллаһ Тәғәлә әжер-сауап ирештерә.

976 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

2 904 подписчиков · Религия

Ещё по теме «Религия»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.