Мәсеткә барғанда һәр аҙымығыҙ өсөн сауап яҙыла
Мәсеткә барғанда һәр аҙымығыҙ өсөн сауап яҙыла ✅«Мәсеткә барып-ҡайтып йөрөгән кешегә барғанда ла, ҡайтҡанда ла Аллаһы Тәғәлә үҙенең Йәннәтендә һый-хөрмәт әҙерләп торор», – тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. ✅Мөслим килтергән хәҙистең икенсе бер риүәйәтендә пәйғәмбәрҙең, ғәләйһис-сәләм: «Дөрөҫлөктә, һеҙҙең һәр аҙымығыҙ өсөн сауап яҙылып бара», тигән һүҙҙәре килтерелә. ✅Мәсеткә барыу юлының оҙон һәм ҡатмарлы булыуы яҡшыраҡ. Мәсеткә ҡараңғыла барғандарҙы Ҡиәмәт көнөндә буласаҡ яҡтылыҡ менән шатландырырға ҡуша пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. ✅Мәсет – ғибәҙәт йорто. Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Иртә менән иртүк тороп: «Әй, Аллаһ! Был иртәнең миңә йәки Үҙең бар иткән башҡа яратылмыштарға ҡарата булған рәхим-шәфҡәте тик һинең үҙеңдән генә тора. Һинең тиңдәшең юҡ, маҡтау-ололауҙарыбыҙ һиңә, һиңә шөкөр итәбеҙ», тип әйтһә, был көнгә ҡарата шөкөр иткән, рәхмәт әйткән булыр. ✅«Әгәр ҙә берәү шул уҡ һүҙҙәрҙе кис әйтһә, был һүҙҙәре менән алда торған тулы бер төн өсөн шөкөр иткән булыр», – тигән.