Намаҙҙы боҙоусы нәмәләр
Намаҙҙы боҙоусы нәмәләр 1. Тамаҡ ҡырып йәки ухылдап ауыздан өс ауазлы тауыш сығарыу. 2. Зикерҙән башҡа, мәғәнәле бер һүҙ әйтеү. 3. Бер кешегә сәләм биреү йәки сәләм алыу 4. Донъя эшен һорап, доға ҡылыу 5. Донъя эшен уйлап, тауыш сығарып көлөү 6. Донъя эшен уйлап, тауыш сығарып илау 7. Борсаҡ ҙурлығындағы ауыҙҙа ҡалған ризыҡты йотоу 8. Бер тамсы самаһы һыу йотоу 9. Ғәҙәттә ике ҡул менән башҡарыла торған берәй ғәмәлде башҡарыу (Мәҫәлән, кейемде кейеү йәки һалыу, ниндәйҙер бер ҙур әйберҙе күтәреү) 10. Ниндәй ҙә булһа ғәмәлде бер юлы өс мәртәбә башҡарыу (3 мәртәбә битте һөртөү, 3 мәртәбә бер ерҙе тырнау, 3 мәртәбә мыйыҡты төҙәтеү, 3 мәртәбә бармаҡ шартлатыу, 3 мәртәбә төймәне эләктереү йәки элеү, 3 мәртәбә берәй нәмәне сәйнәү, бер һүҙҙе 3 мәртәбә әйтеү ). 11. Сүрәләрҙе Ҡөрьәндән ҡарап уҡыу. 12. Ҡөрьән сүрәһенең мәғәнәһе боҙолорлоҡ итеп хата менән уҡыу 13. Имамға эйәреп уҡыусының имамдан алдараҡ тороуы 14. Йәмәғәт намаҙында ир менән ҡатындың бер сафта булыуы 15. Иртәнге намаҙҙы уҡығанда ҡояш сыға башлау 16. Ғәүрәттең (мосолмандар башҡалар алдында ҡапларға тейешле ағзалар) дүрттән бер өлөшө асылып китеү 17. Намаҙҙа фарыз булған бер ғәмәлде үтәмәй ҡалдырыу 18. Күкрәктең ҡибла тарафынан ауышыуы 19. Тәндең, кейемдең йә намаҙлыҡтың нәжесләнеүе 20. Үҙ ихтыярың менән тәһәрәтте боҙоу